Нефтекамала юл йөрөү хаҡы арта

Пассажир автобустарына билет хаҡы бөгөндән ҡиммәтләнә. “Башавтотранс” предприятиеһының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр.  Ҡала эсендә ҡулаҡса һәм банк картаһы менән иҫәпләшкәндә, билет хаҡы 32 һум, “Алға” картаһы менән 26 һум була. Ҡала яны автобустарында ла тарифтар үҙгәрә. Мәҫәлән, 102-се  “Нефтекама – Ҡуян” маршруты пассажирҙары 148 һум, ә ”Алға” картаһы буйынса 133 һум түләргә тейеш. Хаҡтар менән транспорт компанияһы сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Нефтекамала юл йөрөү хаҡы арта
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ