Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәлә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы ирекмәндәр тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы. - Башҡортостан һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡул һуҙа. Беҙ Донбасс халҡына ярҙам иттек һәм итәбеҙ. Пандемия ваҡытында беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстанда, Абхазияла, Рәсәйҙең 6 төбәгендә эшләне. Бөгөн беҙҙең ирекмәндәр был һәләкәт ҡорбандарын күреп ситтә ҡала алманы. Уларҙың күбеһе профессиональ ҡотҡарыусылар, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостандан тәүге рейс менән 25 ирекмән юлланды. Тиҙҙән һәләкәт урынына беҙҙең республиканан 80 ҡотҡарыусы барыуы көтөлә.







