Киләһе ике йылда М-7 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән юлдарында 4 яңы заправкалау станцияһы төҙөлә. Был турала бөгөн Республика башлығының «Лукойл-Уралнефтепродукт» йәмғиәте генераль директоры Айҙар Әбүзәров менән осрашыуында хәбәр ителде.
«Лукойл-Уралнефтепродукт» нефть продукттары һатыу буйынса махсуслашҡан иң ҙур төбәк-ара операторҙарҙың береһе. Уның 13 төбәктә 600-ҙән ашыу заправкалау станцияһы бар. Компания йыл һайын 3 миллион тоннаға яҡын нефть продукттары һата. Башҡортостанда «йәмғиәттең 54 автомобиль заправкалау станцияһы иҫәпләнә, һуңғы ике йылда төбәккә һалынған инвестициялар күләме 429 миллион һум. Осрашыуҙа һүҙ яңы инфраструктура объекттары асыу тураһында һүҙ барҙы. Киләһе ике йылда Республикала 4 яңы станцияны сафҡа индереү күҙаллана. М-7 федераль трассаһында заман талаптарына яуап биргән, бар уңайлыҡтары булған комплекстар файҙаланыуға тапшырыла.






