Башҡортостан ирекмәндәренең эҙләү-ҡотҡарыу командаһы 25 кешенән тора

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, төркөмдә профессиональ ҡотҡарыусылар ҙа бар. Волонтерҙар менән бергә Торин ҡушаматлы эт тә юлға сыҡҡан. Ул емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе табырға өйрәтелгән.

Быға тиклем күп кенә ҡотҡарыу операцияларында ҡатнашҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Төркиәләге ер тетрәүе ҡорбандары иҫәбе 14 меңгә яҡынлай, йәрәхәтләнеүселәр 63 меңдән ашыу. Афәт Сүриә ғәрәп республикаһында ла теркәлде, әле унда 3 мең самаһы кешенең һәләк булыуы билдәле. Был илдә ҡотҡарыу эштәрен, ғәрәсәт биләмәһе террор ойошмалары контролендә булыуы тотҡарлай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ