Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам

Дүртөйлө районы халҡы ла был эшкә дәррәү тотонған. Мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, хаҡлы ялдағылар хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар туплай, аҙыҡ-түлек әҙерләй. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Дүртөйлө ҡалаһының 4-се мәктәбе кадеттары махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә маскировка селтәрҙәре бәйләү менән мәшғүл. Яуаплы эшкә ябай кластарҙа белем алған уҡыусылар ҙа дәррәү ҡушылған. Үҫмерҙәр дәрестәр тамамланыу менән мәктәп залына йыйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы «Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» лозунгтары әлеге мәлдә айырыуса актуаль. Кадеттар блиндаж шәмдәре яһау менән дә мәшғүл. Был хәстәрлек беҙҙең һалдаттарға һалҡындарҙа бирешмәҫкә көс бирәсәк, ти етәкселәре.

Дүртөйлө ҡалаһының 1- се мәктәбендә иһә Росгавардияның кадет кластары булдырылған. Был кластарҙа белем алыусылар үҙ теләктәре менән хәрбиҙәргә ярҙам акцияһына ҡушылған. Илһөйәрлек һәм Ватанға һөйөү был үҫмерҙәрҙең булмышында, ти, мәктәптең өлкән пионервожатыйы Әлфиә Ғилметдинова.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына кадеттар ауыр һуғыш шарттарында ҡулланыу өсөн блиндаж шәмдәре эшләп ярҙам ҡулы һуҙа. Үҫмерҙәр һәм уларҙың уҡытыусылары һалдаттарҙың илебеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй.

Һалдаттарға гуманитар ярҙам килтереүселәр араһында хаҡлы ялдағы Рима һәм Мөҙәрис Хәмиҙуллиндар ҙа бар. Диндар, эшһөйәр ғаилә һалдаттарға хәрби шарттарҙа оҙаҡ һаҡлана торған шифалы ризыҡ бал тапшыҙы. Резеда Ризуанова иһә әхирәттәре менән бергәләп илле пар йылы ойоҡбаш бәйләгән.

Мобилизацияланыусыларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған ирекмәндәр штабынан халыҡ өҙөлмәй. Уҡыусылар һәм ирекмәндәр етештергән майшәмдәр, шифалы үләндәр, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, йыл кейемдәр, аҙыҡ-түлек бөтәһе лә журналға теркәлә.14 февралдән һуң гуманитар ярҙам менән йөк өсөн ике фура бүленәсәк . Ҡалған 4 техника менән ваз автомобиле лә махсус тикшереү үткәндән һуң алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ