«Айыҡ ауыл» берләштерә. Республика конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы Күгәрсен районының Бикбулат ауылы вәкилдәрен ҡабул итте. Ике ауыл да бәйгенең «Ҙур тораҡ пунктар» номинацияһында көс һынаша.
Күгәрсен районы ҡунаҡтары урындағы мәктәп музейы эшмәкәрлеге, ауыл мәсете менән танышты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты. «Айыҡ ауыл» конкурсанттары халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү юлдарын барланы, уртаҡ маҡсаттар билдәләне.






