Өфөлә «Үҙ юлың» тип исемләнгән Халыҡ-ара кинофестиваль старт алды, күләмле сара 15 февралгә тиклем дауам итә. Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә 36 фильм күрһәтеләсәк. Уйын һәм документаль тулы һәм ҡыҫҡа метражлы картиналар, фильм-дебюттар менән «Родина» кинотеатры, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда танышырға була. Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса кинофестивалдәге иң яҡшы фильм билдәләнә.



