Башҡортостан юлдарында яғыулыҡ станциялары төҙөлә

Был турала Республика Башлығының "Лукойл-Уралнефтепродукт" йәмғиәте генераль директоры Айҙар Әбүзәров менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, компания һөҙөмтәле эш алып бара, киләсәктә лә емешле хеҙмәттәшлеккә ышаныс бар. Яңы яғыулыҡ станциялары Башҡортостан аша үткән М-5 һәм М-7 федераль трассаларында урынлаша. Әле беҙҙең республика биләмәләрендә ЛУКОЙЛдың 53 станцияһы бар.

Фото №1 - Башҡортостан юлдарында яғыулыҡ станциялары төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ