2022 йылда эскән килеш машина йөрөтөүселәр ғәйебе менән 300-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 90 кешенең ғүмере өҙөлгән. 2021 йылға ҡарағанда, үлемесле авариялар һаны кәмегән. “Даими рейдтар һөҙөмтә бирә, эскән килеш рулгә ултырған водителдәр сәбәпле бәхетһеҙ осраҡтар кәмей”, - ти Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы өлкән инспекторы Линар Зиннуров.
Дәүләт автоинспекцияһы ял көндәрендә даими рейдтар үткәрә. Алдағы көндәрҙә лә экипаждар юлға сыға.







