Башҡортостанда электромобилдәргә заряд биреү станциялары төҙөлә

Бының өсөн федераль үҙәктән 50 миллион һум бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл 18 станцияны файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Киләһе йылда тағы 50 станция сафҡа инә. Республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә, дөйөм субсидия 138 миллион һумдан арта. Башҡортостанда әле 400-ҙән ашыу электромобиль бар. Улар өсөн 21 станция эшләп килә.

Фото №1 - Башҡортостанда электромобилдәргә заряд биреү станциялары төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ