2022 йылда эскән килеш машина йөрөтөүселәр ғәйебе менән 300-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 90 кешенең ғүмере өҙөлгән. 2021 йылға ҡарағанда, үлемесле авариялар һаны кәмегән. Инспекторҙар фекеренсә, «Даими рейдтар һөҙөмтә бирә, эскән килеш рулгә ултырған водителдәр сәбәпле бәхетһеҙ осраҡтар кәмей». Дәүләт автоинспекцияһы ял көндәрендә даими рейдтар үткәрә. Алдағы көндәрҙә лә экипаждар юлға сыға.



