Шаран районы Яңы Таулар ауылында йәшәүсе Арыҫлангәрәй Ғәлимов 95 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй

Арыҫлангәрәй Ғәлимовтың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы менән быйма баҫалар, уны онға алмаштырып, ишле ғаиләне ҡарарға ярҙамлаша. Механизатор һөнәрен алғандан һуң, Арыҫлангәрәй Туҡтарғәле улы колхозда эш башлай. 1949-1952 йылдарҙа Мәскәүҙәге эске ғәскәрҙәр сафында хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң, Рауза Ғәҙелшә ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Бергә улар биш балаға ғүмер бирә. Юбилярҙы күркәм ғүмер байрамы менән бер туған һеңлеһе Фәймә ханым, балалары һәм Ерекле ауыл советы башлығы Роберт Игдеев ҡотланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ