Был турала республитканың архитектура һәм төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин Ҡариҙел районында яңы фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. Район үҙәгенең йәштәр биҫтәһендә төҙөлгөн йорттан 14 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Өй туйлаусыларҙың шатлығын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева уртаҡлашты.
Уның иртәһе сәғәт алтыла мейескә ут тоҡандырыуҙан башлана. Колледжға эшкә киткәнсе өйҙө йылытырға кәрәк. Бүрәнә йорттоң беренсе ҡатында йәшәүсе Мария Павловна 35 йыл ошолай ғүмер итә. Һыуҙы урамдағы ҡоҙоҡтан ташып эсә. Коммуналь йорттоң бәләкәй генә бүлмәһендә ике ҡыҙ үҫтергән. Ҡайҙалыр төпкөл ауылда түгел, Ҡариҙел районы үҙәгендә, ауылдың ҡап уртаһында ғүмер итә.
Бөгөндән Мария Павловна яңы тормош башлай. Ниһайәт, уның хыялы тормошҡа ашты. Күптән көткән көн - уға Ҡариҙелдең Йәштәр биҫтәһендә төҙөлгән өс ҡатлы йорттан яңы фатир асҡысы тапшырыла. Уның һымаҡ уҡ 14 кеше өй туйлай. Бәхетле көндө улар тиҫтә йыллап көткән. Граждандар «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» программаһы буйынса авария хәлендәге өс йорттан күсерелә.
Нәирә Кәримова ла үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр яңы торлаҡ алып ҡыуана. Ул быға тиклем йәшәгән иҫке йорт урынында көл генә ҡалған. Ике бүлмәле фатирға бөгөн үк күсә. Социаль торлаҡта бының өсөн бөтәһе лә бар. Обой йәбештерелгән, биҙәкләү эштәре теүәлләнгән. Яңы, йылы, яҡты.
Муниципалитетта ошоноң менән 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарҙан күсереү программаһы йомғаҡлана. Әммә проблема тулыһынса хәл ителмәй әле. Торлаҡ алыуға сиратҡа 2017 йылда баҫып үҙ өлөштәрен көтөүселәр бар.
Республикала 26 муниципалитеттың ун алтыһында программа тулыһынса үтәлгән. Быйыл төбәктә 15 мең квадрат метр иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү менән биш йыллыҡ проект ябыла. Ә сиратта ҡалыусыларға торлаҡ асҡыстары кәм тигәндә ике йылдан һуң бирелә башлар тип көтөлә. Проектты федераль финанслау, йорт һалыу эштәре теүәлләнгәс башҡарыла.
Рәмилә Исмәғилева






