Төбәккә эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы «Үҙәк» мтс-ның төҙөлөш майҙансығында туҡталды. Бында тиҙҙән заманса һөтсөлөк фермаһына нигеҙ һалына. Проектты ғәмәлгә ашырыу тураһында былтыр декабрҙә Өфөлә уҙған бизнес аҙналығы барышында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестиция проекты 1 миллиард 300 миллион һумға иҫәпләнгән. Һөҙөмтәлә 40 яңы эш урыны асылырға тейеш.
Төҙөлөштө 2025 йылға тамамлау ҡарала. Һөтсөлөк комплексы йылына 11 мең тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Башҡортостан башлығы ауыл эшсәндәренең проекттарын хуплап: «Республикала һөт етештереүҙе индустрия кимәленә сығарыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла. Яңыраҡ Йәрмәкәй районында «ЭкоНива» холдингының заманса һөтсөлөк комплексында булдыҡ. Ҡеүәтле хужалыҡтарҙа эш шарттары уңайлы, технология процестары көйлө, сеймал эшкәртеү күләме лә ҙур»,- тип билдәләне Радий Хәбиров.






