Башҡортостанда электромобилдәргә көс йыйҙырыу станциялары төҙөлә

Бының өсөн федераль бюджеттан 50 миллион һум аҡса бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл 18 станцияны файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Киләһе йыл тағы 50 станция сафҡа инә. Республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә, дөйөм субсидия 138 миллион һумдан арта. Башҡортостанда әле 400-ҙән ашыу электромобиль бар. Улар өсөн 21 станция эшләп килә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ