Өфө IT-белгесе Айгиз Ҡунафин «Алиса» колонкаһының башҡортса аналогын эшләй

Башҡортса аҡыллы колонка. Өфө IT-белгесе Айгиз Ҡунафин «Алиса» колонкаһының башҡортса аналогын эшләй. Яһалма интеллект ярҙамында ул башҡорт телмәрен аңлап, ҡыҫҡа яуаптар ҡайтара аласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Буласаҡ аҡыллы колонка әле Телеграмда бот булараҡ эшләй. Ҡыҫҡа һорауҙарға яуап бирә, башҡортса аудиояҙманы текстҡа әйләндерә. Әгәр киң билдәле «Алиса» алдан әҙерләнгән яуаптарҙы ишеттерһә, башҡорт колонкаһы интернетта булған мәғлүмәтте туплап, ҡыҫҡаса яуап бирәсәк. Бының өҫтөндә эшләүсе Айгиз Ҡунафин проектҡа «Һомай» тип исем ҡушҡан.

Айгиз Ҡунафин тәүҙә башҡорт телмәрен текстҡа әйләндереүсе программа өҫтөндә эшләй башлай. Махсус платформа тәү сиратта дистанцион рәүештә эшләүсе уҡытыусыларға өйгә эштәрҙе тикшерергә ярҙам итергә тейеш була. Программаны үҫтерә килә башҡортса аҡыллы колонка булдырыу идеяһы тыуа. Ләкин төрлө ауырлыҡтар булыуы проектты тиҙ арала ғына ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирмәй.

«Һомай» яһалма интеллект ярҙамында башҡорт телмәрен аңлай, уны анализлай аласаҡ. Шулай уҡ һорауҙарға башҡортса яуап ҡайтарасаҡ. Әле программа төрлө һынауҙар үтә. Тәүге прототибын эшләү өсөн ике ай самаһы ваҡыт талап ителә, ти Айгиз Ҡунафин.

«Һомай»ҙы тауышландырыу өҫтәмә сығымдар талап итә. Шуға күрә проект авторы гранттар конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Аҡыллы колонканың тәүге прототибын эшләп, һынауҙарҙы уңышлы үткән осраҡта «Һомай»ҙы киләһе йылға киң файҙаланыуға сығарыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ