Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты йыл йомғаҡтарын барланы

Коллегияла ирешелгән уңыштар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр ҡаралды. Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан 12 мең 630-ҙан ашыу күп фатирлы йортҡа тикшереү үткәрелгән. Торлаҡ фондын техник эксплуатациялауҙа идарасы компанияларҙың 16 меңдән ашыу етешһеҙлеге асыҡланған.

Ведомство алдында баш ҡаланың 450 йыллығына төҙөләсәк мөһим социаль объекттарҙы сифатлы итеп файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләләре торһа, ә торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һыу, газ, электры тәьминәте селтәрҙәрен модернизациялау маҡсатын ҡуя.

Беҙ республикала һуңғы сиккәсә иҫкергән 500 километр селтәрҙәрҙе тулыһынса алмаштырасаҡбыҙ. Бынан тыш, «Етеш тормош» фондынан инженер селтәрҙәрен модернизациялауҙа 18 проектҡа 6 миллиард һум финанс йәлеп иттек.

Ирина Голованова, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы

Беҙҙең алда Өфөнөң 450 йыллығына төҙөләсәк мөһим социаль объекттарҙа күҙәтеү эштәрен үтәү мәсьәләһе тора. Иң беренсе нәүбәттә Кузнецов Затонындағы 1225 урынлыҡ мәктәп, «Көрәш йорто», бынан тыш милли проект сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, спорт объекттары бөтәһе лә беҙҙең котролдә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Артур Дәүләтшин, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ