Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы билдәләнде

Граждандар авиацияһына йөҙ йыл тулыу уңайынан Мостай Кәрим исмемендәге «Өфө» аэропортының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Диспетчерҙар, багаж ташыусылар, аэропорт эшселәре, самолетты хеҙмәтләндереүселәр, борт оҙатыусылары һәм әлбиттә, летчиктар. Әлбиттә, барыһы ла һауаға күтәрелмәй. Әммә уларҙың барыһы ла пассажирҙың хәүефһеҙ осошон тәьмин итеүсе һөнәр эйәләре. Граждандар авиацияһында йыйыштырыусынан алып капитанға тиклем мөһим роль башҡара. Бүләкләнеүселәр араһында ла төрлө һөнәр вәкилдәре бар ине.

Армияла саҡта ауыр бомбардировщикта оса инем. Ҡайтҡас та авиацияла ҡалам тип осоу училищеһына уҡырға барҙым. Ләкин хыялым тормошҡа ашманы. Шулай ҙа ғүмерем буйы самолеттар менән эш иттем. Бында һауаға, осошҡа ғашиҡ кешеләр генә эшләй.

Рәмил Сираев, Граждандар авиацияһы ветераны

Башҡортостанда ла граждандар авиацияһы бай тарихлы. Баш ҡалала тәүге осоу апараттары әлеге көньяҡ автовокзал эргәһендә урынлашҡан аэродромдан күтәрелә. Бер быуат эсендә ул ҙур үҫеш юлы үтеп илдең иң заманса һауа ҡапҡаларына әйләнә. Әле «Өфө» аэропорты Рәсәйҙең иң уңайлы һәм яҡшы йыһазландырылған 8 аэровокзал исемлегендә.

Беҙҙең эш һөҙөмтәһе халыҡтың йәшәү кимәленә лә бәйле. Башҡортостанда етеш кешеләр йәшәй. Шуға күрә һауа юлдары менән йөрөүселәр ҙә күп. Былтыр беҙ 4 миллион 89 мең пассажирҙы хеҙмәтләндерҙек. 2021 йыл менән сағыштырғанда, был һандар ике процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә.

Александр Андреев М. Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты генераль директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ