Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2023 йыл Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында быйыл тормошҡа ашырыласаҡ төп положениелар һәм йылдың тематик программаһы иғлан ителде. Сараға төрлө министрлыҡ, ведомство, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар саҡырылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бер нисә йыл дауамында уңышлы тормошҡа ашырылған «Айыҡ ауыл», «Атайсал», «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» кеүек проекттар үҙ эшен дауам итәсәк. Бынан тыш, тематик программа сиктәрендә мәктәп уҡыусылары һәм үҫмерҙәр араһында «Кесе Ҡоролтай» ойоштороу күҙаллана.
Фән һәм мәғрифәт йылы сиктәрендә Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиев исемендәге награданы булдырыу ҡаралған. Ул башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, ижадын үҫтереүгә күп көс һалған башҡа милләт вәкилдәренә тәғәйенләнә. Шулай уҡ быйыл Башҡорт ырыуҙары йыйыны, «Фәнни майҙан» кеүек комплекслы саралар, этнопедагогика буйынса семинарҙар үткәреләсәк.






