Башҡортостанда мигранттарҙы ижтимағи-мәҙәни адаптациялау буйынса 100 белгес уҡыуҙар үтте

«Сит ил граждандарын интеграциялау һәм ижтимағи-мәҙәни адаптациялау программаһы» буйынса уҡыуҙарҙа башҡарма власть органдары, мәшғүллек үҙәктәре һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ике модулдән торған курстарҙа федераль эксперттар сығыш яһаны.

Белгестәр билдәләүенсә, миграция ағымы пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ҡайта. 2022 йылда Рәсәйгә 17 миллионға яҡын сит ил гражданы күсеп килгән. Был алдағы йыл күрһәткестәренә ҡарағанда, 3 миллион кешегә күберәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ