Ауылдың үткәне менән бөгөнһөһөн бәйләгән, тарихи ҡомартҡылар һаҡлаған урын киләсәккә нигеҙ ҙә булып тора. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Урындағы ветерандар советы ағзалары Рәсимә Сөләймәнова,Әнисә Ризуанова һәм Динә Игебаева Ишмырҙа ауылының 100 йыллығына ҡарата музей ойоштороу ниәтен күтәреп ала. Һәм өс ай эсендә бик бай экспонаттар йыйыуға ирешә.Ауылдаштарында боронғо, тарихи мәғлүмәткә эйә булған әйберҙәрҙең бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланыуына улар ҡыуанып бөтә алмай.
Музейҙа урын алған һәр экспонат - халыҡтың йәшәйешен, ауылдың үҫешен, йөҙөн сағылдыра.Этнографик ҡомартҡылар фотоһүрәттәр менән байытылған 12 бүлектән тора. Тәүге ауыл советы рәйестәре «Ленин» ордены кавалеры Йомабикә Әүәлбаева, «Фрунзе» колхозының беренсе председателе уны миллионер колхоз рәтенә сығарыусы Сөләймән Игишев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, алдынғы колхозсылар, күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәт йыйылып, халыҡ иғтибарына сығарыла.
Музейҙы ойоштороусыларҙың береһе,фотограф Рәсимә Сөләймәнованың тәүге фотоаппараты һәм уның фотоһүрәттәре лә бында үҙ урынын алып тора. Музей киләсәктә лә тулыланасаҡ. Ауылға килгән ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары өсөнсөһө тарихи үҙәк булып хеҙмәт итәсәк.
Раушания Рәхимова



