Ғафури районында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Әҡлимә Фәтҡуллина 80 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Ғафури районы Байымбәт ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, ауылдың абруйлы ағинәйе Әҡлимә Зәйнетдин ҡыҙы Фәтҡуллина 80 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Биш балаһы, биш шатлығы бар Әҡлимә Зәйнетдин ҡыҙының. Кинйә улы Рәмил хәләле Зинира менән Байымбәттә ата-бабалары төйәгендә нигеҙ ҡорған, ә ҡалған дүрт балаһының яҙмышы Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалалары менән бәйле.

Әҡлимә Фәтҡуллинаның тамырҙары Ғафури районының Ерек ауылынан. Ғилмиә һәм Зәйнетдин Сәйфуллиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға тәүге ауаз һала ул. Диндар ата-әсәһенән күркәм тәрбиә алып буй еткерә. 1961 йылдың декабрендә Байымбәт ауылынан Тимербай Миңлеәхмәт улы менән ғаилә ҡоралар. Биш балаға ғүмер бирәләр. Әҡлимә Фәтҡуллина «Ленининзм» колхозының алдынғы сөгөлдөрсөһө, мал ҡараусыһы булып дан ҡаҙана. Хаҡлы ялға сығыр алдынан почтальон булып эшләй. Уңған ханымдың фиҙаҡәр хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Һикһәнде артылған ағинәйҙең бәхетле, оҙон ғүмерле булыуының үҙ сере.

Әҡлимә Зәйнетдин ҡыҙының йорто үҙенең күҙ нурҙарын һалып эшләгән ҡул эштәре, япмалар һәм бәйләм балаҫтар менән биҙәлгән. Аш бүлмәһендә плитәлә тәмлексәтре йылына. Ризыҡты һәр ваҡыт мул бешерә. Балалары аҙна һайын ҡайтып тора, туған-тумасаһы ла уның иманлы нигеҙенә тартыла.

Февралдең буранлы иртәһендә тыуған ағинәй, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, иманлы-ҡотло нигеҙендә балаларына бәхет өләшеп, ил-йортҡа тыныслыҡ теләп изге доғаларын юллай.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ