Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Затон биҫтәһендәге белем усағы 1992 йылда Өфө осоусылар юғары хәрби авиация училищеһы нигеҙендә асыла. Тәүҙә бында хәрби ҡаласыҡта йәшәүселәрҙең балалары уҡыған. 825 урынға иҫәпләнгән мәктәптә әле 2 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Уҡытыу ике сменала алып барыла. Байрам тантанаһына ветеран уҡытыусылар, төрлө йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары саҡырылған. Кисәлә педагогтар тәбрикләнде, күңелле осрашыуҙы концерт номерҙары биҙәне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ