Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Сәләмәтлек көнө» үтте

Урындағылар республика бәйгеһендә икенсе тапҡыр район данын яҡлай. Былтыр махсус призға лайыҡ булһалар, быйыл улар беренсе урын өсөн тырыша. Сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегацияһы ла ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Иҫке Сибай ауыл амбулаторияһында халыҡтың күплеге айырыуса һиҙелә. Ауылда ҡайһы бер белгестәргә ҡытлыҡ булыу сәбәпле, урындағылар УЗИ, гинеколог һәм башҡа белгестәргә ҡабул итеүгә ашыға. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһынан килгән кардиолог, күҙ һәм теш табиптары бүлмәләренә башлыса өлкән йәштәгеләр ағыла. Йәмғеһе 20 белгес. Ҡабул итеү күсмә фельшер-акушерлыҡ пунктында ла ойошторолғайны.

Йәштәр иһә белем биреү сараларында ҡатнашты. Сибай медицина колледжында Иҫке Сибайҙан ике тиҫтәгә яҡын студент белем ала. Һөнәри йүнәлеш биреү дәресендә өлкән класс уҡыусыларына оҫталыҡ дәрестәре һәм лекция үткәрелде, эскелек хәүефлегенә айырыуса иғтибар бүленде.

Иҫке Сибайҙа йәш быуынды сәләмәт тормош нигеҙҙәренә өйрәтеү төп бурыс итеп ҡуйылған. Уҡыусылар айырыуса хоккей, волейбол менән яратып шөғөлләнә. Ысын ир-егеттәр спортын үҙ итеүселәр дәрестәрҙән һуң, боҙға ашыға. Маҡсат - республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу.

Иҫке Сибайҙар рух ныҡлығына ла иғтибар бүлә. Ошо маҡсатта урындағы мәсеттә ойошторолған дин нигеҙҙәре дәрестәренДә өлкән һәм кесе йәштәгеләр әүҙем ҡатнаша. Төркөмдә геләр ғәрәп яҙмаһын өйрәнеүҙән башҡа, әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәренә төшөнә. Дин яҡлылар артыу сәбәпле, мәсетте киңәйтеү эше алып барыла.

Конкурс сиктәрендә Иҫке Сибай халҡы район данын республика кимәлендә икенсегә яҡлай. Былтыр махсус приз аҡсаһы кесе Ватанды төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Быйыл сәмле халыҡ беренсе урын яуларына ышана. Ә быуаттар тарихы һаҡлаған ауыл йылдан-йыл киңәйә, халыҡ уны төҙөкләндереүгә бар көсөн һала.

Баймаҡ районы «Айыҡ ауыл» конкурсына тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Һөҙөмтәләр ҙә юғары - халыҡ бер нисә тапҡыр еңеүсе исеменә лайыҡ булып, аҡсаны атайсалдарын төҙөкләндереүгә йүнәлтә.

Быйылғы конкурс иһә тамамланыу алдында. Ҡатнашыусылар төрлө саралар ойоштороу, рәсми документтар юллау менән мәшғүл. Быйыл бәйге сиктәрендә еңеүселәргә йәмғеһе 40 миллион һум субсидия йүнәлтеләсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ