Иглин районында Хәрби бәрелештәр ветерандары Кубогына хоккей турниры уҙҙы

Яугир-интернационалистар иҫтәлегенә. Иглин районында Хәрби бәрелештәр ветерандары Кубогына хоккей турниры уҙҙы. Ярышта биш команда ҡатнашты, улар араһында Өфө ҡалаһы һәм Нуриман районы спортсылары ла булды. Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы баш ҡаланың «Кристалл»ы менән Иглин районы Таутөмән ауылының «Йылан» командаһы бүлеште. Кубок та майҙан хужаларында - «33-сө Легион»да ҡалды. Еңеүселәргә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ сәкән һуғыусылар һәм көйәрмәндәргә майҙанда былау һәм йылы сәй әҙерләнгәйне.

Күләмле спорт ярышы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләү сараһы ла булды. Асыҡ һауалағы сәхнәгә үҙешмәкәр коллективтар сығып, патриотик йырҙар башҡарҙы. Миңлеғәле Шайморатов батальонынан отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр ҙә турнир шаһиты булды.

Алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам даими оҙатыла. Тылдың ныҡ булыуын көн дә һиҙәбеҙ. Барлыҡ яҡташ хәрбиҙәр исеменән Иглин районында йәшәүселәргә, урындағы хакимиәткә һәм бизнесҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Айырыуса балаларҙың хаттары, рәсемдәре рух күтәренкелеге өҫтәй

«Төлкө» ҡушаматлы яугир
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ