Иҫке Сибай ауылында - сәләмәтлек көнө. Ауыл халҡы табип-нарколог, гинеколог, кардиолог, терапевт, педиатр, окулист кеүек белгестәргә күренде. "Сәләмәт тормош алып барыусы халыҡҡа был мөһим сара" , - ти ауыл биләмәһе башлығы Сибай Үтәрбаев.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы быйыл "Айыҡ ауыл -2023" республика конкурсында ҡатнаша. Ошо уңайҙан Иҫке Сибай ауылының боҙ майҙансығына хоккей ярышы ойошторолдо. Сараны ойоштороу комитеты ағзаһы Гөлнара Иҙрисова





