Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан сәнәғәт кластер һаны үҫеше буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Былтыр Өфөлә Махсус иҡтисади биләмә һәм кластерҙар, технопарктар ассоциацияһы вәкиллеге асылды. Төбәктә кластерҙар үҫеше,Төркиәлә беҙҙең ҡортҡарыусылар эше һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр. Аҙналыҡ кәңәшмәнән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Башҡортостан уҙған аҙнала спорт үҙәгенә әйләнде. Киләсәктә спорттағы еңеүҙәр дәүләт стипендияһы менән дәртләндереләсәк. Радий Хәбиров аҙналыҡ кәңәшмәлә олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпиондарына дәүләт спорт стипендияһы булдырыласағы тураһында әйтте һәм бөгөн указға ҡул ҡуйҙы.
Һуңғы йөҙ йыллыҡта иң көслө ер тетрәүҙән зыян күргән Төркиәгә беҙҙең ҡотҡарыусылар ярҙамға китте. Улар емереклектәр араһынан биш кешене ҡотҡарған. Урында беҙҙең 25 ирекмән һәм Торин ҡушаматлы ҡотҡарыусы эт 9 февралдән бирле эшләй. Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы был аҙнала ҡайтарырға кәрәклеген әйтте.
Республикала бөтәһе биш - сәнәғәт, мебель, авиация, машина төҙөү һәм агросәнәғәт кластерында 60 предприятие иҫәпләнә. Реестрға инеү сәнәғәт ойошмаларына федераль кимәлдә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итә. Былтыр Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамы Туймазы ҡалаһының «Апогей» мебель фабрикаһына йүнәлтелгән. Март айында Туймазы ла тағы бер предприятие- матрас етештереү цехы асыла. Быйыл кластерҙа ҡатаншыусыларға ташламалы кредит алыу, күҙәтеү- тикшереүҙәрҙе кәметеү, таможня һәм һалым мониторингында ҡатнашыу кеүек мөмкинлектәр бирелә. Төбәктең 8 инвестиция проекты яңы дәүләт механизмы менән файҙаланырға әҙер.
Төбәктә Яңы йыл ҡаласыҡтары буйынса уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалған.
5 номинация буйынса 45 муниципалитет ҡатнашҡан. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыла. Радий Хәбиров Өфөлә Шаляпин музейын төҙөү проектын күҙәтеүҙә тоторға кәрәклеген билдәләне.
Мишкә районындағы законһыҙ сүплек ойоштороусы урындағы депутат эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты.
Рәмилә Исмәғилева





