Башҡортостан башлығы Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уның исеме 3-сө республика башҡорт гимназияһына һәм Мораҡ башҡорт гимназияһына бирелә. Бынан тыш, хөкүмәткә республика мәғариф учреждениеһына, ә Өфө ҡалаһы хакимиәтенә үҙәк урамдарҙың береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен биреү тураһында тәҡдим әҙерләү бурысы ҡуйыла.

Өфөлә беренсе Президентҡа һәйкәл, йәшәгән йортонда таҡтаташ, тыуған ауылы Тәүәкәндә йорт-музейы асыла. Башҡортостандың Милли музейына Башҡортостандың беренсе Президентының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы фонд материалдары әҙерләргә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының 90 йыллығына биография энциклопедияһын баҫтырырға ҡушыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ