Хөкүмәттә халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр ҡаралды. Ауыл һәм ҡалаларҙа төҙөк булмаған яҡтыртҡыстар сәбәпле ялыуҙар йышайған. Башҡортостан Башлығы яуаплы ведомстволарға мәсьәләне хәл итергә ҡушты. “Мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханаларға айырыуса иғтибар бирелергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Быйыл республика ҡаҙнаһында ауыл һәм ҡалаларҙа урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 100 миллион һум һалынған.







