Шул уҡ ваҡытта алкоголдән ағыуланыу һәм иҫерек килеш енәйәт ҡылыу һандары кәмегән. Республика магазиндарында һатылған спиртлы эсемлектәрҙең яртыһы үҙебеҙҙә етештерелә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов әйтеүенсә, алкоголь сифатына һәм һатыу ҡағиҙәләренә етди иғтибар бирелә.
Республикала законға ярашлы, спиртлы эсемлектәрҙе иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем һатырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, айырым көндәрҙә алкоголь һатыу тулыһынса тыйылған.




