4 йылда республикала 84 мең квадрат метр өсөн яңы фатир асҡыстары бирелгән. Маҡсат арттырып үтәлгән. Быйыл программа буйынса 10 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә, тине премьер-министр Андрей Назаров.
Башҡортостанда 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авария хәлендә тип танылған 597 йорт бар. Уларҙа 14 меңгә яҡын кеше йәшәй. Әле Адреслы программаның яңы проекты әҙерләнә.




