Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфө-Пермь юлында урынлашҡан юл яны сервисы комплексы менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфө - Пермь юлында урынлашҡан юл яны сервисы комплексы менән таныштырҙы. «Ебәк юлы» комплексын Филүс Ғилфанов төҙөгән. Эшҡыуар Тәтешле районы хакимиәтенә проекты менән мөрәжәғәт иткән һәм ярҙам алған. Юл буйынса кафе һәм ҡунаҡхана эшләй. Ауыр йөк машиналарын ремонтлау өсөн техник үҙәк асырға ла ниәте бар, душ кабиналары, кер йыуыу машиналары ла ҡуйырға теләй. Әле һалынған дөйөм сумма 50 миллион һумдан ашҡан. Юл буйы сервисын үҫтереү өҫтөнлөклө булып ҡала. Ошо йәһәттән дәүләт ярҙамы ла бар. Был өлкәгә иғтибар артасаҡ», - тип яҙған Радий Хәбиров.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ