Өфөлә 14 йәшлек уҡыусы мәктәптән ҡайтып килгәндә күп фатирлы йортта сыҡҡан янғынды үҙаллы һүндергән

Йәш ҡотҡарыусы. Өфөлә 14 йәшлек уҡыусы мәктәптән ҡайтып килгәндә күп фатирлы йортта сыҡҡан янғынды үҙаллы һүндергән. Торлаҡ хужаһы уттан ҡотҡарған егеткә оло рәхмәтле. Ҡыйыу аҙымға барған Валерий Медведков менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Торлаҡтың алтынсы ҡаты тотош төтөн эсендә була. Дәрестән ҡайтып килгән Валерий Медведков ишек алдында юғалып ҡалған күрше ҡатынды күреп ҡала. Оло йәштәге ханым үҙенең аш бүлмәһендә янғын сығыуын хәбәр итә. Егет күп уйлап тормай, ут эсенә ташлана.

Газ плитаһы өҫтөндә сепрәк яна ине, ут ике өҫтәлгә, стеналағы обойҙарға, түшәмгә күскәйне. Ҡурҡыу тойғоһо булманы, ваннанан биҙрә менән һыу ташый башланым. Бәләгә тарыған ғаиләгә нисек тә булһа ярҙам итергә тырыштым.

Валерий Медведков

Был ваҡиға өс аҙна элек теркәлгән. Бәлә ваҡытында Рәлиә Еникеева өйҙә яңғыҙы булған, табала май ҡыҙҙырған. Күрәһең, утта оҙаҡ тотҡан. Һауыт яна башлай, уға һыу һибеү хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Ҡатын күрше фатирҙа йәшәгән егеттең ярҙамға килеүенә оло рәхмәтле, ысын геройға тиңләй.

Ҡотҡарыусылар килгәнсе, фатирҙағы янғын тулыһынса һүндерелгәйне. Валерийҙың ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ булыуы һоҡландырҙы. Тиҙ һәм дөрөҫ эш итте. Уның был аҙымын бар тиҫтерҙәре лә белергә тейеш тигән ҡараштамын.

Рәлиә Еникеева, Өфө шоссеһы, 37/1 йортта йәшәүсе

Янғын һүндереүселәр ҙә йәш ҡотҡарыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Ысынлап та, ут сыҡҡан майҙан ҙур була. Аш-һыу бүлмәһенән тыш, юғары температуранан коридор ҙа зыян күргән. Был кадрҙар янғындан һуң төшөрөлгән. Тарттырылған түшәм тулыһынса ирей. Рәлиә Еникеева билдәләүенсә, әгәр ваҡытында ярҙам күрһәтелмәгән булһа, ут тотош фатирҙы ла ялмап алыр ине. Шуға ҡатын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына хат яҙып, Валерий Медведковҡа тейешле награда биреүҙе һораған.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ