Йәш ғалимдар Лингводок платформаһын үҙләштерә

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары һәм уҡытыусылары өсөн Рәсәй фәндәр академияһы белгестәре махсус уҡыуҙар үткәрҙе. «Лингводок платформаһында Башҡортостандың йәш ғалимдары» проекты Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Тыңлап ҡарау ғына түгел, һәр өндө Халыҡ-ара фонетик алфавит менән сағыштырыу талап ителә. Бер һүҙҙең транскрипцияһын ЛингвоДок платформаһына индереү өсөн генә әллә күпме тырышлыҡ кәрәк. 10 кешенән торған студенттар һәм уҡытыусылар төркөмө быға тиклем ойошторолған диалектологик практикаларҙа яҙҙырылған телмәрҙе һанлаштырыу менән шөғөлләнә.

Юғала барған телдәрҙе өйрәнеүсе ЛингвоДок платформаһы илдә 10 йылдан ашыу эшләй. Унда һүҙлектәр, телдең аудио яҙмалары, текст формаһы индерелә. Әле платформала Рәсәйҙәге телдәрҙең меңдән ашыу диалекты тупланған. Был исемлекте башҡорт теле диалекттары ла тулыландырасаҡ.

Был лаборатория һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәге нигеҙендә «Лингводок платформаһында Башҡортостандың йәш ғалимдары» проекты ғәмәлгә ашырыла. Серверҙа эшләү нескәлектәренә Мәскәү белгестәре төшөндөрә.

Уҡыуҙар барышында үҙемә бер нисә һәләтле студентты асыҡланым. Уларҙың ныҡышмалығы, яңы белемде үҙләштереү тиҙлеге Мәскәү вуздары студенттары кимәленә тиң. Ғөмүмән, был курстар тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, берҙәм эште дауам итербеҙ тип уйлайым.

Юлия Норманская, Рәсәй Фәндәр академияһының системалы программалау институтының «лингвистик платформалар» лабораторияһы мөдире

Биш көн дауамында барған уҡыуҙарҙа йәш ғалимдар башҡорт теленең фонетик һәм этимологик үҙенсәлектәрен платформаға индереү менән шөғөлләнгән. Курсты тыңлаусылар араһында быйыл диалектологик экспедицияларҙа ҡатнашасаҡ студенттар ҙа бар. Улар Лингводок плаформаһына диалект һүҙҙәрҙен шунда уҡ индереп барасаҡ.

Уҡыу курстары фәнни-ғәмәли конференция менән тамалана. Унда йәш ғалимдар үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен теоретик рәүештә тәҡдим итәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ