Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған кисә үтте

Уны Мәскәүҙәге «Артылыш» башҡорт йәштәре берлшәмәһе ойошторҙо. Рәми Ғариповтың ижады туған тел яҙмышы, халыҡтың киләсәге тураһында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған. Уның шиғырҙары быуындан-быуынға илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын аманат итеп тапшыра. Быға Мәскәү башҡорттары ойошторған шиғри-музыкаль кисә асыҡ дәлил. Сарала Рәми Ғариповтың шиғырҙары, поэмалары менән бер рәттә «Минең йондоҙом», «Күңел» һәм башҡа йырҙары яңғыраны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ