Старт һыҙығына өс йөҙҙән ашыу кеше баҫып, 500 метр һәм саҡрым ярым ара үтте. Иң кесе ҡатнашыусыға ете йәш булһа, өлкәне һикһәнде уҙғайны. Еңеүселәр ике йәш категорияһында билдәләнде. Уларға диплом, миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ майҙанда барыһы ла әрме бутҡаһы һәм тәмле сәй менән һыйланды.



