Башҡортостан 20 турист автобусын һатып ала

Был ҡарар Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән транспорт сәғәте кәңәшмәһендә раҫланды. Ултырышта юл селтәренең сифаты һәм хәүефһеҙлеген камиллаштырыу тураһында фекер алышынды. Быйыл, Өфөлә юлдарҙы һыҙатлау өсөн өҫтәмә аҡса бүленә. Шулай уҡ Нефтекама-Дүртөйлө трассаһы буйынса ла саралар күрелә. Унда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн камералар, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу ҡарала.

Республика Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы вәкилдәре шулай уҡ Сибай-Аҡъяр автомобиль юлын төҙөкләндереү проектын тәҡдим итте. Быйыл юлдың 24 саҡрымлыҡ өлөшөн нормативтар кимәленә күтәреү, ә киләһе йылға тулыһынса эштәрҙе тамамлау ҡарала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ