Иҫке Сибай ауылындағы 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп быйыл файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә

Баймаҡ районында проблемалы мәсьәлә хәл ителеү алдында. Иҫке Сибай ауылындағы 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп быйыл файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Әле төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланған, эшселәр бинаны таҙартыу һәм электр селтәрҙәрен тоташтырыу менән мәшғүл. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Иҫке Сибай халҡының күптәнге хыялы тиҙҙән тормошҡа аша. 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл бер нисә йыл элек мәктәпһеҙ ҡала. Авария хәлендәге бина һүтелгәс тә, яңыһына нигеҙ һалына, тик төҙөлөш туҡтап ҡала. Ауыл халҡы проблема буйынса ил етәксеһенә тиклем мөрәжәғәт итә.

Элекке 1977 йылғы мәктәп 2011 йылда уҡ емерелә башлай. Уҡыу корпусының хәүефле тип танылған өлөшө бикләнә. Ә 2020 йылда бина һүтелгәс, урындағы уҡыусыларға ауылдан 9 саҡрым алыҫлыҡтағы Сибайға йөрөп уҡырға тура килә.

Ошо маҡсатта ауылға 7 автобус бүленә. Кесе йәштәге уҡыусыларға урындағы музыка мәктәбендә белем алырға тура килә.

Мәктәптең оҙайлы төҙөлөшө подрядсы ойошмаларҙың намыҫһыҙ эшмәкәрлеге менән аңлатыла. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты өс тапҡыр кисектерелә. Бөгөн бина тулыһынса әҙер, тип әйтергә мөмкин. Төҙөүселәр билдәләүенсә, эштең һуңғы этабы - электр тәьминәте мартҡа теүәлләнергә тейеш.

Әлеге ваҡытта эшселәр бинаны төҙөлөш ҡалдыҡтарынан таҙартыу менән мәшғүл. Кабинеттарҙың күбеһе парта һәм башҡа мебель менән йыһазландырылған. Өс ҡатлы объекттың корпустарын төрлө төҫкә буятыу психологтар менән бергә хәл ителгән.

Яңы мәктәптә ҙур спортзал, тамаша залы, спорт майҙансығы буласаҡ. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары ла ҡуйылған. Яҡты, заманса белем усаҡында хатта, күрше ауылдарҙан да уҡырға килергә теләк белдереүселәр байтаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ