Музей урынына фәнни-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Радий Хәбиров күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проекты менән танышҡандан һуң уны күпкә киңерәк йәйелдереү бурысы ҡуйҙы. Майҙаны түгел, ә эстәлеге менән. Проектта тарихи, фәнни, археологик, мәҙәни һәм этнологик өлөштәре лә булыуы шарт. Һәм ул Евразия фәнни-мәҙәни үҙәгенә әйләнергә тейеш, тине төбәк етәксеһе. Буласаҡ тарихи мәккә үҙенсәлектәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Һөйәк, ағас, таш, тимер, балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр. Был археологик экспедицияла ҡул ҡаушырып ултырыу мөмкин түгел. Ҡомартҡылар шул тиклем күп, хатта белгестәр теркәп тә өлгөрмәй. Башҡортостан археологтары бер нисә йыл рәттән баш ҡала янында ғына урынлашҡан Подымалов ауылы эргәһендәге экспедицияла ҡаҙыныу алып бара. Әгәр быға тиклем тотош төбәктә тиҫтәгә яҡын балсыҡтан әүәләнгән көнкүреш әберҙәре ҡалдыҡтары табылһа, был юлы археологтар бер урында ғына йөҙәрләгән керамик әйберҙәргә юлыҡты. Улар башлыса Алтын Урҙа дәүеренә ҡарай.

Был археологик табыштар күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының экспонаттарына әйләнәсәк. Өнһөҙ ҡомартҡылар халҡыбыҙҙың үткәне, ғөмүмән, тотош бер кешелек үҫеше тураһында күп тарих һөйләйәсәк. Был ҡаҙыныуҙар әле ҙур асыштарҙың башы ғына, ти белгестәр.

Һәм архитекторҙар ошо барлыҡ асыштарҙы, ҡомартҡыларҙы ла бер музейға һыйҙырырға тейеш. Уны Шишмә районында Турахан кәшәнәһе тирәләй төҙөү күҙаллана. Дүрт бинанан торасаҡ комплексты ер аҫтына инеп киткән ҡыуыш формаһында төҙөү күҙаллана. Экспозиция менән танышырға килгән туристар ҙа ер ҡатламында ятып ҡалған тарихта ҡаҙынырға , үҙҙәрен археологтар кеүек хис итергә тейеш.

Проект буйынса музейҙан тыш башҡорт аты үҙәге, боронғо ауыл, мәҙәни саралар уҙғарыу урындары һәм хатта шифахана төҙөү ҙә ҡаралған. Радий Хәбиров музей менән генә сикләнеү дөрөҫ түгел , ти белдерҙе.

Ә иң мөһиме ул туристар мәккәһенә әйләнергә тейеш. Проектты тулыһынса биш-алты йылда тормошҡа ашырыу күҙаллана. Шул ваҡытҡа тиклем күскенселәр тарихы менән танышырға килеүсе туристар һаны йылына 5 йөҙ меңдән ашырға тейеш.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ