Киләсәккә хат профсоюздар хәрәкәтен дауам итеүселәргә тәғәйенләнгән һәм ул профсоюздар федерацияһына 200 йыл тулыу айҡанлы асылыр тип күҙаллана. Хатта профсоюз эшен яйға һалыусылар исемен онотмаҫҡа, ойошманың тарихи мираҫын һаҡларға һәм дауам итергә тигән теләктәр ҙә бар. Ваҡыт капсулаһы ойошма музейында һаҡланасаҡ.
Шулай уҡ бөгөн Республика профсоюздар федерацияһына 100 йыл тулыу айҡанлы иғлан ителгән бәйгелә еңеүселәр тәбрикләнде. Киң мәғлүмәт саралары, радио һәм телевидение тапшырыуҙары, гәзит һәм интернет баҫмалары, фотографтар араһында иң яҡшы эштәр билдәләнде. Улар араһында республика конкурсының иң яҡшы профсоюздар темаһы материалдары буйынса беҙҙең телеканалдың Яңылыҡтар хеҙмәте редакцияһы эше юғары баһаланды. Еңеүселәр араһында профсоюз ойошмаһы тарихын яҡтыртҡан студент һәм аспиранттар эштәре лә булды.






