Ул парламент рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә ойошторолдо. Ултырыш алдынан депутаттар 30-лап объекттың эшмәкәрлеге менән танышты, халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Таҙа һыу-сәләмәтлек нигеҙе. Стәрлетамаҡтың “Район-ара коммуналь һыу каналы” предприятиеһы, ҡаланан тыш, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары ауылдарын хеҙмәтләндерә. Ике йыл элек бында «Таҙа һыу» проекты буйынса күләмле модернизация үткән. Шишмәләрҙән килгән һыу мембрана ысулы менән таҙартылып, ҡулланыусыларға ебәрелә. Ойошма тәүлегенә 60 мең кубометр һыу таҙарта ала. Шул уҡ ваҡытта һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтенә тарифтар - республикала иң түбәне.
Ләкин мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Улар менән Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты танышып сыҡты. Ҡаланың коммуналь, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре 83 процентҡа туҙған. Профилле комитет “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы”ның мәсьәләләрен дә өйрәнде. Йәмәғәт транспорты паркында күптән яңырыу талап ителә.
Профилле комитеттарға ҡарап депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп эшләне. Берәүҙәр йәшәйеште тәьмин итеү өсөн яуаплы ойошмаларға барһа, башҡа парламентарийҙар эре предприятиелар буйлап үтте. Белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Ҡаланың 2-се дауаханаһына ҡараған Балалар поликлиникаһына педиатрҙар етешмәй. Әлеге ваҡытта бында 5 белгес талап ителә. Депутаттар яңырыу кисергән һәм әлеге ваҡытта тулы ҡеүәттә эшләп килгән беренсе корпусты ла күрҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының ултырыштарын күсмә форматта ойоштороу төбәктә булған проблемалар менән яҡындан танышыуға йүнәлтелгән. Урындағы халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙын граждандарҙы ҡабул итеү сиктәрендә бирә алды.
Президиумдың күсмә ултырышында депутаттарҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡаланың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Һуңынан парламентарйҙар сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, шулай уҡ иғтибарҙы талап иткән бер нисә проблеманы билдәләне.
Әлфинә Килдейәрова



