Өфө фән һәм технологиялар университеты алдынғы инженер мәктәптәре федераль үҙәктән финанслана

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе 348 миллион һумлыҡ федераль грант алыуға өлгәште. Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бүлеште.

Өфө фән һәм технологиялар университеты алдынғы инженер мәктәптәре федераль үҙәктән финансланған Рәсәйҙең 30 юғары уҡыу йорто исемлегендә. Гранттар төркөмдәр менән эш һөҙөмтәлелегенә ҡарап бүленгән. Тәүге төркөмдә һәр береһе 514 миллион һумлыҡ грант алған 4 университет. Икенсеһендә 348-шәр миллион һумлыҡ финанслауға өлгәшкән 20 юғары уҡыу йорто. Өсөнсө төркөмдә 182 миллион һумдан ашыу аҡса алған 6 университет. «Алдынғы инженер мәктәптәре» проектын финанслау күләме быйыл 10 миллиард һумдан ашып китте. Элекке күрһәткестәрҙән был 4 тапҡырға күберәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ