Республика менән идара итеү үҙәгендә презентация үтте. Музей комплексы Шишмә районында Турахан кәшәнәһе биләмәһендә урынлаша. Республика Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, төбәктә күсмә халыҡтар тормошон өйрәнеү өсөн археологик эҙләнеүҙәр ойошторола. Бының өсөн заманса һанлы алымдар ҡулланыла. Быйыл да экспедициялар дауам итә. Унда Үзбәкстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән эксперттар ҡатнашыуы көтөлә.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музей комплексы янында тиҙҙән туристар өсөн сәфәр үҙәге төҙөлә башлай. Унда бәләкәй күргәҙмә, лекция үткәреү бүлмәһе, кафе һәм күҙәтеү майҙансығы була.Биләмәлә шулай уҡ Башҡорт аты үҙәге һәм һөнәрселәр ауылы була, ҡунаҡхана, глэмпингтар төҙөлә.







