Башҡортостан алдынғы инженерия мәктәптәрен үҫтереүгә 348 миллион һумдан ашыу грант ала

Өфө фән һәм технологиялар университеты федераль аҡса бүленгән юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерелде. Быйыл “Алдынғы инженерия мәктәптәре” проектына 10 миллиард һум аҡса ҡарала. Был былтырғы менән сағыштырғанда дүрт тапҡыр күберәк. Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторы” инженер мәктәбе глобаль фәнни-техник проблемаларҙы хәл итә. Ул илдең хәрби һәм граждандар авиацияһы өсөн агрегат һәм системалар булдырыу маҡсатын ҡуя.

Фото №1 - Башҡортостан алдынғы инженерия мәктәптәрен үҫтереүгә 348 миллион һумдан ашыу грант ала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ