2025 йыл аҙағына тиклем техник мөмкинлектәрҙең 100 процентын файҙаланыу маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостан һәм "Газпром" компанияһы араһында ошондай килешеү төҙөлдө. Газ үткәреү программаһына ярашлы, 1 мең 439 ауыл-ҡалала 31 меңдән ашыу йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу көтөлә. Тәтешлелә лә газ үткәреү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов шулай тип белдерҙе.




