“Дошман күҙе күрмәһен. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау булһын”. Туймазы районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн маскировка селтәре үрә. “Яҡындарыбыҙ алғы һыҙыҡта. Беҙ уларға ярҙам итергә бурыслы. Күмәк көс менән башҡарылған эш ырай”, - ти ирекмәндәр Фәнүзә Латипова, Әнүзә Ғибәтова, Әлмирә Фәхретдинова һәм Фирүзә Фәрхетдинова.
Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыйыу алыша. Александр Доставалов исемендәге батальон хәрбиҙәре иң ҡыҙыу нөктәләрҙең береһендә урынлашҡан. Ял мәлендә улар яҡындарына сәләм еткерә, гуманитар ярҙам өсөн республика халҡына рәхмәт белдерә.







