15 февраль һуңғы Совет һалдаты, Афғанстандан сығарыла. Быйыл был ваҡиғаға 34 йыл. Ошо уңайҙан республикала төрлө саралар үтә. Афған һуғышы ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Өфөлә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскә һала. Баш ҡала белем усаҡтарында, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубтарында батырлыҡ дәрестәре уҙа. Локаль һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр ойошторола.






