Сарала, шулай уҡ, райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты. Афған тарихы менән танышыу, яуҙа һәләк булған егеттәребеҙҙе иҫкә алыу сараһында БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ҡасандыр 18-19 йәшлек кенә булып хеҙмәткә алынған егеттәр, бөгөн олпат ир-уҙамандар. Уларҙың һүҙгә һаран, хәтирәләре менән дә артыҡ бүлешергә теләмәүен аңларға була. Сөнки 9 йыл 1 ай һәм 19 көн барған Афған һуғышы 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы һәм бихисап хәбәрһеҙ юғалыусы һалдат булып хәтерҙә һаҡлана.
Афған, Чечен һуғыштары Байыш ауылын да урап үтмәй. Был хәрби бәрелештәрҙә ике ауылдан тиҫтәгә яҡын егет ҡатнаша. Уларға хөрмәт йөҙөнән мәктәп музейында стенд ҡуйылған, батырлыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үтә.
Һәр һуғыш ул ҡорбан. Ни тиклем ауыр булмаһын беҙ был тарих битен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Баймаҡ районынан Афғанстан ерендә 150 яҡын һалдат хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа, һәләк булыусылар ҙа була. Райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы уларҙың һәр береһе тураһында мәғлүмәт туплап, китап сығарыу өҫтөндә эшләй.
Раушаниә Рәхимова






