«Йәншишмә» балалар гәзите алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар йөк оҙатҡан

«Ҡулъяулыҡ» тип аталған был акцияла редакция хеҙмәткәрҙәре лә, педагогтар ҙа, балалар ҙа ихлас ҡатнашҡан.

«Ҡулъяулыҡ» акцияһын ойоштороу тәҡдимен Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән журналистика ветераны, шағирә Зөһрә Ҡотлоғилдина күтәреп сыҡҡан. Тәүҙә егеттәргә теләктәр менән ҡулъяулыҡтар сигергә уйлайҙар. Артабан башҡа тәҡдимдәр ҙә өҫтәлә.

Хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимова социаль селтәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән дәррәү эш башлап ебәрә. Педагогтар балалар араһында хат яҙыу, һүрәт төшөрөүҙе лә ойоштора. Акцияға бағыусылар ҙа йәлеп ителә, бөтәһе 50 меңдән ашыу аҡса йыйыла. Был суммаға кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алына. Бүләктәр 15 йәшниккә тултырылып берҙәм логистик үҙәккә алып барып тапшырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ