Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күгәрсен районында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәп Ватандан ситтә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Мораҡ ауылында хәрбиҙәр стелаһына сәскә һалды. Күгәрсен районына эш сәфәре сиктәрендә республика етәксеһе яңы инвестиция проекты буйынса төҙөләсәк малсылыҡ фермаһы майҙанын ҡараны. Радий Хәбиров Йомағужа ауылында капиталь төҙөкләндереүҙән һуң асылған мәктәптә булып уҡытыусыларҙы, балаларҙы тәбрикләне. Күгәрсен районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

34 йыл элек 15 февралдә СССР үҙенең ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара һәм был көн тарихта яугир интернационалистар көнө тип билдәләнә. Ун йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә, үкенескә, Башҡортостандан да 343 яҡташыбыҙ Афған бәрелештәренән әйләнеп ҡайтмай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һалдаттар иҫтәлегенә Мораҡ ауылындағы һәйкәлгә сәскә һалды.

Күгәрсен районы локаль бәрелештәрҙә 4 һалдатын юғалта. Уларҙы иҫкә алыу митингында хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусылар ҡатнашты.

Күгәрсен районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 1200 баш мал аҫрау өсөн ҡаралған ферма майҙанын ҡараны. Ялсы ауылында төҙөләсәк малсылыҡ комплексы төбәктә ауыл хужалығы йүнәлешендәге өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһе һанала. Әле буласаҡ ферманың нигеҙен һалыу өсөн техник тикшереү үткәрелгән.

Радий Хәбиров Йомағужа ауылында күләмле төҙөкләндереүҙән һуң эш башлаған мәктәп көндәлеге менән танышты. 300 бала белем алған мәғариф учреждениеһында уҡыу кабинеттары, спорт майҙансығы , ашхана төҙөкләндерелгән, класстар яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Малай-ҡыҙҙарға сифатлы белем биреү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү , тәрбиәләү өсөн уҡыу әсбаптары һәм техника яңыртылған , информатика кабинетына ноутбуктар алынған. Өс ҡатлы бинала капиталь ремонт үткәреү өсөн 90 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

Мәктәпте төҙөкләндереү һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу саралары федераль программа сиктәрендә башҡарылған. Уға ярашлы, быйыл төбәктә тағы ла 77 учреждениела капиталь ремонт ойоштороу күҙаллана. Белемле, яуаплы , һәләтле балаларҙы тәрбиәләү өсөн уҡыу шарттары ла мөһим ярҙам булып тора.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ